Баш ҡалала ҡотҡарыусылар араһында 20-се республика ярыштары старт алды

Республиканың эҙләү-ҡотҡарыу подразделениелары күпалыш буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Иң яҡшылар исемен йөрөтөүгә Башҡортостандың төрлө төбәгенән 9 команда көрәшә. Юбилей ярыштарын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов тәбрикләне.

Был күренешкә хатта формула ярыштарының пит стоп механиктары ла көнләшерлек. Ҡотҡарыусылар ни бары ун минут эсендә машинаны һүтеп зыян күреүсе водителде сығарып ала. Һәр хәрәкәт автоматлаштырылған. Биш-алты кешенән торған команда дөйөм бер механизм кеүек эш итә. Егеттәр транспорт сараһын өлөштәргә бүлгеләгән арала салон эсендә ҡотҡарыусы ҡыҙ водителдең хәлен контролдә тота.

Мин туғыҙ йылдан ашыу спорт менән шөғөлләнәм. Ә был һөнәрҙә физик яҡтан ныҡ булыу һәм ҡотҡарыу эшен дә белергә кәрәк. Бер үк ваҡытта тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү нескәлектәрен дә өйрәнәһең. Күп яҡлы һөнәр булыуы менән ҡотҡарыусы эше оҡшай.

Аделина Сәғәҙәтова, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты

Зыян күреүсе манекен, ә автомобиль тренажер. Ысынбарлыҡта иһә аварияға тарығандарҙы тимер йомғағына әйләнгән техниканан йолоп алыу күпкә ҡатмарлы. Шуға ла ҡотҡарыусылар был волганы хәҙер тиҫтәләрсә тапҡыр һүтеп ҡайтанан йыя. Һәр күнекмә һайын ваҡыт та ҡыҫҡара, ти улар. Ә бит әле был команда ни бары студенттар ғына - Радиоэлектроника колледжында өс йыл элек кенә барлыҡҡа килгән ҡотҡарыусылар курсында уҡыусылар. Шуға ҡарамаҫтан, өлкән коллегалары алдында өлгөлө сығыш яһай.

Юл фажиғәһе булһынмы, һыуҙа батыу осраҡтары, йә башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр - ҡотҡарыусылар һәр яҡлап әҙер булырға тейеш. Шуға күрә улар араһында йыл да күпалыш ярыштары уҙғарыла. Быйыл республиканың төрлө төбәктәрендә эшләүсе ҡотҡарыу отрядтары 20-се тапҡыр ойошторолған спорт байрамына йыйылды.

Ҡотҡарыусылар араһындағы күпалыш ярыштары уйлап сығарылған дистанциялар түгел. Һәр этапта ла ҡотҡарыусыларҙың көндәлек эшенән алынған һынауҙар ҡуйыла. Командалар биш көн дауамында тәбиғәт шарттарындағы ғәҙәттән тыш хәлдәр, техноген фажиғәләр, һыу ятҡылыҡтарындағы ваҡиғаларҙа таҫыллыҡта көс һынаша.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ