Граждандарҙы яҡлау идаралығы махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтә

Ҡотҡарыусылар «Искәндәр» ҡушаматлы танк батальоны командирына квадрокоптер тапшырҙы. Отпускыға ҡайтҡан яугир белдереүенсә, яу яланында дрондың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Хәрби хеҙмәткә тиклем һалдат баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау иждаралығында 17 йыл етәксе булып эшләгән. Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Махсус хәрби операцияға былтыр ҡушылған.

Дрондар - ул беҙҙең күҙебеҙ һәм ҡолағыбыҙ. Улар бигерәк тә артиллеристар һәм танкистар өсөн кәрәк. Бигерәк тә ошо мавик дрондар яҡшы төшөрә. Уның ярҙамында беҙ дошман позициялары координаталарын билдәләйбеҙ һәм юҡҡа сығарабыҙ.

«Искәндәр» ҡушаматлы яугир
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ