Ишембайҙа 1977 йылда нигеҙ һалынған «Витяз» машиналар эшләү компанияһы Рәсәйҙә ике звенолы транспортерҙар етештереүсе берҙән-бер предприятие. Унда 1500-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй, йәш белгестәр ҙә байтаҡ. Артур Нурмөхәмәтовтың машиналар эшләү тармағына килеүенә ярты ғына йыл. Егет Ишембай һөнәрселек колледжында белем ала. Заводта программа менән идара итеүсе станоктарҙы һәм манипуляторҙарҙы көйләүсе булып эшләй.



