Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. - Программа 2021 йылда старт алды. Беҙҙең йәштәр уны хуплап ҡабул итте. Бөгөнгә "Пушкин картаһы"н 339 меңдән ашыу кеше ҡуллана. Улар 3 миллион 700 мең билет һатып алған. Быйыл алынған билеттар һаны буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урында, ти Радий Хәбиров. "Пушкин картаһы" 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләргә бирелә. Ундағы 5 мең һумды йыл дауамында музей, театр, кино, концерттарға барыу өсөн тотонорға мөмкин.




