Быйыл был культура 25 районда сәселгән. Бөгөнгә баҫыуҙарҙың өстән бер өлөшөндә эш теүәлләнгән. 11 мең ярым тоннанан ашыу уңыш йыйылған. Соя Башҡортостан өсөн яңы культура. Быға тиклем уны сит илдәрҙән һатып алғандар. Башлыса мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ашатыу өсөн ҡулланалар. Ғалимдар белдереүенсә, был культура йыйып алынған майҙандарҙа ужым бойҙайын сәсеү отошло. Уңыш 1 ярым-ике тапҡырға күбәйеүе мөмкин.




