Уның ҙур өлөшө иген культураларына тура килә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, страховка килешеүен төҙөү сығымдарының бер өлөшө ҡаплана. Быйыл бының өсөн 150 миллион һум ҡаралған. Йәйге айҙарҙа Башҡортостанда оҙайлы ямғырҙар арҡаһында Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ҡайһы бер хужалыҡтарға страховка түләүҙәре килә башлаған.




