Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина ошо турала белдерҙе. Бөгөн вакцинаның ҙур өлөшө килтерелгән, октябрҙә яңы партиялар көтөлә. 60 йәштән өлкәндәр, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, транспорт өлкәләрендә эшләүселәр, студенттар, уҡыусылар, армияға алыныусыларға вакцина бушлай яһала.




