Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Курск өлкәһендә ҡаза күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторған. Әйберҙәр көн һайын Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86 -сы йорт адресы буйынса урынлашҡан «Йәшлек Хаус» йортонда ҡабул ителә.
«Беҙ бергә» проектының төбәк штабы эшләгән осорҙа Курск өлкәһенә 51 тоннанан ашыу гуманитар йөк йыйыла һәм оҙатыла. Ярҙамды иртәге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем килтерергә мөмкин. Бөгөнгә көҙгө-ҡышҡы осор өсөн кейем һәм аяҡ кейемдәренә мохтажлыҡ бар. Һорауҙар буйынса; +7 (927) 311 23 55 телефон һандары буйынса төбәк штабына мөрәжәғәт итергә була. Әйткәндәй, Башҡортостан эшҡыуарҙары Курск өлкәһенә 45 кубометр ағас йыйып килтергән. Был эшкә Баймаҡ районы йүнселдәре лә ҡушылған.



