Октябрьский ҡалаһында оло быуын вәкилдәре өсөн һауыҡтырыу байрамы ойошторолдо

«Көмөш» йәштәгеләр боҙға баҫты. Октябрьский ҡалаһында оло быуын вәкилдәре өсөн һауыҡтырыу байрамы ойошторолдо. Конькиҙа бушлай шыуыу мөмкинлеге менән 100-гә яҡын кеше файҙаланды.

Былтыр декабрҙә асылған боҙ һарайы урындағы халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Йәштәр менән бер рәттән конькиҙа хаҡлы ялдағылар ҙа даими шыуа. Ветерандар әйтеүенсә, спорттың был төрө үҙеңде физик яҡтан яҡшы формала тоторға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, сәләмәт тормош алып барыу өсөн хәҙер ҡалала етди шарттар тыуҙырылған. Боҙ һарайына өлкән быуын кешеләренең 50 процент ташлама менән инеү мөмкинлеге бар.

Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә боҙ һарайында республика спортсыларының күрһәтмә сығыштары үтте. Артабан тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә «көмөш» йәштәгеләр өсөн бушлай дәрестәр ойошторолдо. Төбәктә күмәк спортты үҫтереүгә һәм боҙ һарайын төҙөүгә иғтибар иткәне өсөн Октябрский халҡы Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа һәм «Башнефть» компанияһы етәкселегенә оло рәхмәтен еткерә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ