Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙа. Конкурс еңеүселәрен Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы билдәләгән. Улар - Борай, Шишмә, Ғафури һәм Баймаҡ райондары эшҡыуарҙары.
Дөйөм алғанда, беҙҙең төбәк вәкилдәре 36,7 миллион һум отҡан, был уҙған йылға ҡарағанда, 14 миллионға күберәк. Шарттар буйынса конкурста грантҡа шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан тыш, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре лә дәғүә итә ала. Башҡортостан күп федераль программаларҙа ҡатнаша, был төбәккә өҫтәмә аҡса йәлеп итергә, республика һәм муниципаль проекттар менән бергә эшҡыуарҙарға үҫергә мөмкинлек бирә, тормош сифатын яҡшырта, тип яҙа Радий Хәбиров.



