Ҡош-ҡорт ҡалдыҡтарын утилләштереү тотош донъяла киҫкен проблема һанала. Уны тәбиғәтте зарарламай юҡ итеү ысулы бөгөнгәсә уйлап табылмаған. Руслан Хафизов илдә тәүгеләрҙән булып тиҙәкте эшкәртеп, унан мал аҙығы һәм ашлама етештереү буйынса цех асҡан. Был технологияны тормошҡа ашырыу һәм уға патент алыуға улар тиҫтә йылдан ашыу көрәшкән. Уникаль технология тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.
Ҡош фабрикаларынан килтерелгән тиҙәктә иң башта хәүеф класын кәметер кәрәк. Бының өсөн уға абсорбенттар ҡушыла. Тиҙәк балсыҡ һәм ҡом менән бутала. Шыйыҡ тиҙәктә дым миҡдарын кәметеү өсөн сепаратор ҡулланыла.
Һуңынан тиҙәк киптереүгә ебәрелә. 200 грудуслыҡ торбаларҙан үткәрелгәндән һуң, унда бөтә зарарлы вирустар юҡҡа сыға. Әйткәндәй, бөгөнгәсә күпселек ҡошсолоҡ фабрикалары ҡалдыҡтарҙы ер аҫтына күмә. Был тәбиғәт өсөн, әлбиттә, зарарлы. Ундағы газдар тупраҡты яндыра, ә ауыр металдар ауыл хужалығы культуралары аша яңынан кеше организмына эләгеүе ихтимал.
Цехта һыйыр, ат, ҡуян, өйрәк, балыҡтар өсөн аҙыҡ эшләнә. Рецебын заказсы үҙе һайлай. Хайуанға талап ителгәнсә, аминокислоталар, аҡһым, протеин менән байытырға мөмкин. Тиҙәктән ашлама ла етештерелә. Технология менән республика һәм күрше төбәктәрҙең дә ҡошсолоҡ фабрикалары ҡыҙыҡһына.
Руслан Хафизов цехты үҙ аҡсаһына асҡан. Бындай етештереү илдә башҡа бер ерҙә лә юҡ. Планда - инвесторҙар табып, цехты киңәйтеү һәм ошондай уҡ тағы бер нисә ҡалдыҡһыҙ производстволы предприятие асыу. Һәр бер ҡошсолоҡ фабрикаһы ошондай технологияны үҙ эшендә файҙаланһа, тәбиғәткә зыян кәмер ине, тигән фекерҙә эшҡыуар.
Рәзилә Ғилметдинова



