«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре МХО биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған

«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған. Бысҡы, гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, экипировка хәрбиҙәрҙең һорауҙарын иҫәпкә алып тупланған. Акцияға аэропорт хеҙмәткәрҙәренең башланғысы буйынса ойошторолған.

Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә ярҙам итергә теләүселәр 6 октябргә тиклем йылы кейем, аяҡ кейемдәре, йоҡо һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек килтерә ала. Әйберҙәрҙең яңы булыуы мөһим. Өфөлә посылкаларҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ