Унда йөҙҙән ашыу педагог фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Эшсе һөнәрҙәр әҙерләү системаһы һәм уның үҫеш мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Стәрлетамаҡ политехник колледжы - машиналар төҙөлөшө, станоктар эшләү йүнәлештәре буйынса ил кимәлендә көслө уҡыу йорттарының береһе, республиканың сәнәғәт гиганттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ике йыл элек «Профессионалитет» федераль проекты конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә корпустары капиталь төҙөкләндерелгән, матди-техник база нығытылған. Эшсе һөнәр үҙләштерергә теләүселәрҙең дә артыуы күҙәтелә. Быйылғы ҡабул итеү компанияһы айырыуса уңышлы ойошторолған, бер урынға ун абитуриент дәғүә иткән.
Башҡортостан урта махсус уҡыу йорттарында бөгөн йөҙ меңдән ашыу кеше һөнәр үҙләштерә. Квалификациялы, тәжрибәле кадрҙар әҙерләүҙә педагогтарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Урта һөнәри белем биреү көнө уңайынан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тантаналы сара уҙғарылды. Унда республика колледж-техникумдары хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.
Республика колледждар һәм студенттар һаны буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Дипломлы белгестәргә ихтыяж юғары, мәшғүллек кимәле 80 проценттан ашыу. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров күрһәткесте нығытыу йүнәлешендә әүҙем эшләргә, республикала тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына таянып, эш биреүселәрҙең аныҡ заказы буйынса кадрҙар әҙерләү мөһимлеген белдергәйне. «Профессионалитет» федераль проекты был бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә.
Урта һөнәри белем биреү системаһы иҡтисад һорауҙарына яуап биреп тиҙ үҫешә. Башҡортостанда 14 мәғариф-производство үҙәге эшләй. Киләһе йыл тағы ла биш кластер ойоштороу ҡаралған. Луганск Халыҡ республикаһы урта махсус уҡыу йорттарынан килгән делегация ла Башҡортостанда уңышлы эшләгән колледждар эшмәкәрлеге менән танышып, «Профессионалитет»та ҡатнашыу мөмкинлектәрен үҙләштерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина



