Өфөлә «Елкән» телевизион конкурсы лауреаттары концерты үтте

Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш. Өфөлә йәштәр араһында башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы лауреаттары концерты үтте. Ул Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында ойошторолдо. Балалар башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин, Рафаил Ҡасимов, Светлана Шаһиәхмәтова, Илдар Хисаметдинов һәм Урал Иҙелбаев әҫәрҙәре яңғыраны. Телевизион конкурс «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса бойомға ашырыла.

Башҡортостан Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова телеконкурстың башҡорт академия музыкаһын үҫтереүҙә һәм үҫеп килгән быуынды рухи-эстетик тәрбиәләүҙә мөһимлеген билдәләне. Проекта ҡатнашыусылар профессиональ музыканттар эшкәртеүендә башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнай. «Елкән»дең конкурс туры республиканың төп телеканалында 6 октябрҙә киске сәғәт 6-ла башлана. Дүртенсе миҙгел «Ҡыллы музыка ҡоралдары» номинацияһы менән асыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ