Өфөлә Алексей Мыздриков йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ беркетелде

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, профессор Алексей Мыздриков йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ беркетелде. Алексей Мыздриков Советтар Союзында авиация двигателен эшләүгә нигеҙ һалған белгестәрҙең береһе, Өфө моторҙар эшләү берекмәһен төҙөүҙә ҡатнашҡан, данлыҡлы М-105 авиация моторын етештереүҙе яйға һалған күренекле шәхес.

Алексей Матвеевич Воронеж өлкәһендә тыуған, Ломоносов исемендәге Мәскәү механика институтын тамамлаған. Әммә уның бар ғүмере Башҡортостан менән бәйле. Алексей Мыздриков етәкселегендә күп һанлы конструктор һәм технология тикшеренеүҙәре үткәрелә, 7 меңдән ашыу махсус ҡулланмалар уйлап табыла. Инженер-технологтың асыштары бөгөн дә сәнәғәт тармағына лайыҡлы хеҙмәт итә. Ул ғалим, уйлап табыусы ғына түгел, бай тәжрибәһен, белемен йәштәргә тапшырыған остаз да була. Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт авиация техник университетында студенттарға белем бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ