Яңы награда республиканың юғары закондар сығарыу органы башланғысы менән булдырыла. Спорт буйынса эксперт советы ултырышында лауреаттар һәм номинанттар билдәләнде. Тантана «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумына арналды.
Иң яҡшы идарасылар 10 номинацияла билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлығы, парламент депутаты, шулай уҡ уҡыу йорто, медицина, һәм мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре бар. Бынан тыш, адаптив спорт өлкәһендәге «Еңеүгә ынтылыш өсөн!» наградаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиевҡа тапшырылды.



