Башҡортостанда ауыл йәштәре өсөн эш урындары булдырыла

Республика Башлығы ошо турала  социаль селтәрҙә белдерҙе. “Уҙған йылда Бишбүләк ауылында шәхси һаҡланыу сараларын тегеү менән шөғөлләнгән “Дельта” предприятеһы филиалы асылды. Бында 40 тегенсе эшләй. Уларҙың барыһы ла Бишбүләк районында йәшәй. Производство киңәйә, яңы заманса бинала төҙөлөш эштәре тамамлана.  Предприятие халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән берлектә буласаҡ тегенселәрҙе әҙерләй. Хеҙмәткәрҙәргә тулы социаль пакет бирелә, транспорт һәм туҡланыу сығымдары компенсациялана. Инвестиция проектына ярашлы 100-ҙән ашыу эш урыны булдырыла”, тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл йәштәре өсөн эш урындары булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ