“Юлдаш” радиоһы коллективы яугирҙар өсөн маскировка селтәре үреүҙә ҡатнашты

Өфөләге Матбуғат йортонда көн һайын өмә ойошторола. Унда матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн селтәрҙәр әҙерләй. “Ил һағында торған хәрбиҙәребеҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын. Һәр төйөндө бәйләгәндә изге теләктәр әйттек”, - ти коллегаларыбыҙ.

“Юлдаш” радиоһы коллективы яугирҙар өсөн маскировка селтәре үреүҙә ҡатнашты

“Маскировка селтәрҙәре махсус операция биләмәһенә барған коллегаларыбыҙ аша яугирҙарға ебәрелә”, - ти республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков.

“Юлдаш” радиоһы коллективы яугирҙар өсөн маскировка селтәре үреүҙә ҡатнашты

“Юлдаш” радиоһы яугирҙарға даими ярҙам итеп тора. Стәрлетамаҡта үткән “Беҙ бергә!” йыр фестивале барышында ир-егеттәргә кәрәк-яраҡ әҙерләү өсөн аҡса тупланды. Майҙа “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре өсөн квадрокоптер һатып алынды.

Фото №1 - “Юлдаш” радиоһы коллективы яугирҙар өсөн маскировка селтәре үреүҙә ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ