Башҡортостанда 2024 йылда федераль программа буйынса 6 мәктәп төҙөкләндерелгән, тағы ла 25 уҡыу йортонда алып барылған капиталь ремонт киләһе йылға тамамланасаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙа.
«Иҫегеҙгә төшөрәм, мәктәп системаһын модернизациялау программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса алып барыла. Был программала ҡатнашыу ике йыл эсендә Башҡортостанда 140 мәктәпте тәртипкә килтереү мөмкинлеге бирҙе, 2022 йылда 63, 2023-тә - 77 мәктәп яңыртылды. Дөйөм алғанда, был учреждениеларҙа 37 мең ярымдан ашыу бала белем ала. 2023 йылда республика төҙөкләндерелгән мәктәптәр һаны буйынса Рәсәйҙә 2-се, йәлеп ителгән финанстар буйынса 3-cө урын алды. Федераль үҙәктән күрһәтелгән етди ярҙам булмаһа, беҙ был комплекслы реновация эштәрен башҡара алмаҫ инек. Ә беҙгә был ярҙам бик кәрәк, сөнки төбәктә төҙөлгәне бирле капиталь ремонт күрмәгән иҫке биналар байтаҡ. Уларҙы яйлап тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Балалар баҡсалары менән колледждар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ - улар өсөн ил кимәлендә яңы программалар әҙерләнә», - тип яҙған төбәк етәксеһе.



