Икмәккә мәҙхиә йырлаусы фестивалгә хужабикәләр тәмле бәлеш бешерҙе. Улар сарала ҡатнашыусыларға боронғо рецептар ҙа тәҡдим итте, ғаилә йолалары менән таныштырҙы. Икмәк бешереүселәр, кондитерҙар, шәхси эшҡыуарҙар һәм уңған хужабикәләр ҡатнашлығындағы байрам хаҡында киләһе яҙмала.
Икмәк өҫтәлдәге иң ҡәҙерле ризыҡ. Уны һәр хужабикә күңелен һалып бешерә. Ҡомалаҡ сүпрәһенә баҫылғаны икмәккә ҡабатланмаҫ тәм өҫтәй. Ғәҙәттә, икмәкте тәмле бешереүселәр башҡа төр ҡамыр аштарына ла оҫта була. Фестивалгә Вәсилә Етемова уҡыусылары менән «Еләк яланы» бәлеше менән ҡалас бешергән.
Өҫтәлдәр зауыҡ менән биҙәлгән, тәмле ҡамыр ризыҡтарынан һығылып тора. Саранан район умартасылары ла ситтә ҡалмаған. Икенсе йыл үткәрелгән фестивалдә ҡатнашыусылар дүрт номинацияла ярышты.
Конкурстанттарҙың икмәк бешереү һәм кулинар оҫталығын абруйлы жюри баһаланы.Әлфиә Аҫылбаева «һәр нәмәгә икмәк баш» номинацияһы еңеүсеһе. Иң яҡшы «ғаилә бәлеше»н Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы коллективы, иң яҡшы тортты Диана Фоменко бешергән, ә райондың иң тәмле балы - Азамат Бохарбаевта.
Хәйбулла районы элек-электән икмәк бешереү оҫталары менән дан тота. Иң ҡәҙерле ризыҡ - икмәккә арналған байрам сағыу һәм ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме тәмле булды. Фестиваль йәнә бер тапҡыр район халҡының милли мәҙәниәткә һәм йолаларға ҡарата тоғролоғон иҫбатланы.
Гүзәл Борханова



