Йыл башынан республикала 49 кеше электросамокат ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән

Йыл башынан республикала 49 кеше электросамокат ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән. Уларҙың 19-ы - балалар. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа «Квадроцикл, питбайк һәм шәхси мобиль сараларҙы ҡулланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Депутаттар граждандарҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын кәметеү өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен көсәйтергә, шулай уҡ талаптарҙы үтәмәгәндәргә яуаплылыҡты арттырырға тәҡдим итә. Ултырышта дәүләт автоинспекцияһы һәм самокаттарҙы ҡуртымға биреү сервисы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ