Башҡортостандан йөҙгә яҡын яугир ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды

«Өфө-арена» эргәһендәге майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Уларҙың күбеһе мобилизация буйынса Ватан һағына баҫҡан. Хәрби комиссариат, ҡала хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләп, имен ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙарҙың күбеһе отпускыһын ғаиләһе эргәһендә уҙғарған, көнкүреш эштәр менән булған.

Отпуск яҡшы үтте. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас арыу тойғоһо юғалғандай булды, ғаиләм, дуҫтарым менән күрешеп көс тупланым. Алғы һыҙыҡта көтәләр, Еңеүҙе яҡынайтырға кәрәк.

«Рама» ҡушаматлы яугир

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәренә федераль түләүҙәр менән бергә йылына 3 миллион 725 мең һум аҡса түләнә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Ситуация үҙәгенә 122 һандары буйынса шылтыратып, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙә, хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктарында белергә мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ