Рәсәй Президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырыу кампанияһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, быйыл илдә хәрби хеҙмәткә 133 мең кеше саҡырыла. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем дауам иткән кампанияла 18 йәштән 30 йәшкә тиклем ир-егеттәр армияға алына. Башҡортостан илебеҙ Ҡораллы көстәренә бөтәһе 4 меңдән ашыу һалдат ебәрәсәк. Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә бер йыл дауам итә. Хеҙмәткә яңы алынған егеттәрҙе республиканың йыйылма пунктынан октябрь уртаһында оҙата башлаясаҡтар. Йәш әрмистәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәк.

Беҙҙең хәрби комиссариат бүлегенән 220 егет Ватанды һаҡларға юлланасаҡ. Октябрь уртаһынан улар хәрби уҡыу бүлектәренә оҙатыла. Иң тәүҙә йәш һалдаттар хәрби техниканы өйрәнеп башланғыс һөнәр үҙләштерәсәк. Ғәҙәттәгесә, егеттәрҙең күбеһе һауа-десант ғәскәрҙәре һәм хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итергә теләй.

Ирина Чижова, Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары хәрби комиссариаты бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ