Һыу менән сауҙа итеүселәр һәм «Уфаводоканал» араһында бәхәс

Ярты йылдан ашыу вендинг автоматтары аша һыу ҡойоп һатыу итеүсе Өфө эшҡыуарҙары менән тәьминәтсе ойошма араһында бәхәс бара. Эшҡыуарҙар менән улар туранан-тура килешеүҙәр төҙөүҙән баш тарта, быны үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү, һыу ағыҙыу системаларына тоташтырыуға техник шарттар биреү мөмкин түгеллеге менән аңлаталар. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.

Таҙа «минерал» һыуҙы подъезд янында һатып алырға мөмкин. Һыу ҡойоу аппараты бында тәүлек әйләнәһенә һәм өҙлөкһөҙ эшләй. Бындай һыуҙың хаҡы литры өсөн өс һумдан биш һумға тиклем, был ошондай уҡ шешәләге һыуҙан күпкә арзаныраҡ. Өҫтәүенә, аппарат йорт янында урынлашҡан. Үҙең менән һауыттар ғына алырға кәрәк.

Тәүлек әйләнәһенә бында төрлө ҙурлыҡтағы һауыттар менән килеп үҙеңә кәрәкле күләмдә һыу тултырып алырға мөмкин. Һыу сифаты яҡшы, сәйнүккә юшҡын ултырмай.

Таһир Арыҫланов, Өфө ҡалаһында йәшәүсе

Күпселек водоматтар күп фатирлы йорттарҙың стеналарына урынлаштырылған. Улар һыу үткәргескә тоташтырылған. Аппарат эсендә фильтрҙар һәм мембраналар тора. Улар һыуҙы таҙарта, минералләштерә һәм тәмен яҡшырта. Шуға күрә халыҡ автоматтарҙағы һыуға өҫтөнлөк бирә. Әммә тиҙҙән ҡоролмалар эшләүҙән туҡтауы ихтимал. Һыу менән сауҙа итеүселәр белдереүенсә,» Уфаводоканал « уларҙың эшенә ҡамасаулай, улар менән һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу буйынса килешеүҙәр төҙөүҙән баш тарта.

Был бизнес менән бәйле Өфө эшҡыуарҙары яңы обьекттарҙы тоташтыра һәм һыу тәьминәте өсөн түләүҙәр башҡара алмай. Һөҙөмтәлә бизнес үҫешмәй. Туранан-тура килешеү төҙөй алмайбыҙ, беҙ идарасы компанияға, тсж-ға түләйбеҙ. Беҙҙә аҙна эсендә эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылмай

Константин Федотов, шәхси эшҡыуар

Беҙҙең бизнес үҫешендә хәл ителмәгән ҙур мәсьәлә был. Ҡала халҡына беҙ сифатлы һыу тәҡдим итәбеҙ, йәғни социаль йүнәлештәге бизнес менән шөғөлләнәбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең бизнесҡа ҡурҡыныс янай.

Руслан Зиннәтуллин, шәхси эшҡыуар

Мәсьәлә яңы асылған һыу ҡойоу аппараттарынан тыш, быға тиклем булғандарына ла ҡағыла. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, уларҙы аппараттарҙы үҙ белдеге менән тоташтырыуҙа ғәйепләй башлайҙар.

«Уфаводоканал» һыу менән сауҙа итеүселәр рөхсәтһеҙ тоташтырған тигән акттар төҙөй. Өҫтәүенә аппараттарҙың торлаҡ йорттар һәм биналарҙың үҙәкләштерелгән һыу тәьминәтнә тоташтырылыуын иҫәпкә алмай. Уларҙы рөхсәтһеҙ тоташтырыу мөмкин дә түгел.

Александра Коротаева, юрист
Башбат

Ойошма вәкилдәренең баш тартыуының үҙ сәбәбе бар. Улар быны ҡорамалдар һыу селтәрҙәрҙәрендәге көсөргәнеште арттыра тип аңлата. Һыу баҫымының кәмеүе торлаҡ йорттоң өҫкө ҡаттарына һыу тәьминәтенә ҡамасаулауы ихтимал.

Һыуүткәргестәге баҫым кимәле водоканал һәм һыу менән тәьмин итеүсе һәм гарантиялаусы ойошма менән килешелергә тейеш. Мәсьәләнең асылы шунда: идарасы компания беҙгә килешеү төҙөү менән мөрәжәғәт итмәй. Килешеү төҙөү тәртибе аппараттар хужаларына аңлатылды.Әлеге ваҡытта милекселәрҙән килешеүҙәр төҙөүгә мөрәжәғәттәр көтәбеҙ.

Людмила Горячева, «Өфөводоканал» предприятиеһының һатыу бүлеге етәксеһе, абоненттар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Әйтәйек, Затон, Дим биҫтәләренә ҡағылышлы һәм беҙҙең зяавкаларға имза ҡуймаған идарасы компаниялар арҡаһында моғайын, беҙҙең ҡарамаҡтағы бар объекттарға ла килешеү төҙөү мөмкинлеге булмаясаҡ. Был бәхәскә өлөшләтә генә сик ҡуйыласаҡ.

Константин Федотов, шәхси эшҡыуар

Ярты йылдан ашыу эшҡыуарҙар һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре уртаҡ фекергә килә алмай. Һәр яҡтың был хәлгә үҙ юридик ҡарашы. Әммә әлегә мәсьәлә асыҡ көйө ҡала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ