Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ауыл биләмәләре, мәктәп, балалар баҡсалары ғына түгел, һуңғы йылдарҙа ҡалала йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушыла. Баймаҡтың Социалистик урамы халҡы проект ярҙамында һыу мәсьәләһен ыңғай хәл иткән.
Социалистик урамында йәшәүселәрҙең ихата эсендә ҡаҙҙырылған скважиналағы һыуы яраҡһыҙ тип табыла. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылыр алдынан эсер һыуҙыулар алыҫтан ташырға мәжбүр була. Тормошҡа ашырылған проект ярҙамында улар тиҙҙән таҙа һыулы буласаҡ.
Программаға ҡушлып бар этаптар талаптарға ярашлы башҡарылғас, һыу торбаларын үткәреүҙе “Байгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Социалистик урамына 450 метр оҙонлоҡта торбалар һалынасаҡ. Теләктәре булғандар йорттарына ла үҙ иҫәбенә эсәр һыу индерә ала.
Подрядсы ойошма Баймаҡтың Илеш һәм Зәйнәб Биишева урамдарында һыу үткәреү буйынса эштәр алып бара. Шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашҡан Октябрь урамында ла һыу селтәре һалынасаҡ.
Раушания Рәхимова



