Баш ҡалала Уҡытыусылар көнөнә арналған тантналы ултырыш үтте

Өфөнөң Почетлы уҡытыусы исеме булдырылды. Тәүге наградалар бөгөн Уҡытыусылар көнөнә арналған тантналы ултырышта 16 педагогҡа тапшырылды. сарала шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстар билдәләнде, уңыштар барланды. Көҙҙөң иң сағыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йөҙҙән ашыу мәктәп, ике йөҙҙән ашыу балалар баҡсаһы, 16 мең педагог. Өфөнөң мәғариф системаһы үҙе бер бәләкәй ҡала һымаҡ. Һөнәри байрамын да улар бер китапға һыймаҫлыҡ һәм бер дәрестә генә һөйләп бөтмәҫлек уңыш-ҡаҙаныштар менән ҡаршы ала. Үткән уҡыу йылы баш ҡала белем усаҡтары өсөн конкурс-олимпиадаларға еңеүҙәргә лә, юғары күрһәткестәргә лә бай булған. Өфөнөң Почетлы уҡытыусыһы тигән яңы награда педагогтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа. Тәүге награда 16 кешегә тапшырылды.

Яңы белем усаҡтары, балалар баҡсалары төҙөлә, иҫкеләре төҙөкләндерелә, кабинеттар заманса технологиялар менән йыһазландырыла. Мәғариф учреждениелары заман менән бергә атларға тырыша. Әммә уңайлыҡтар тыуҙырылһа ла кадрҙар проблемаһы киҫкен тора. Бөгөн педагогтарға ҡытлыҡ күҙәтелә.

Белгестәр әйтеүенсә, кадрҙар проблемаһын хәл итеү буйынса даими эш алып барыла. Әле Өфөлә яңы мәғариф объекттары ла сафҡа индерелә, был учреждениеларҙы ла педагогтар менән тәьмин итеү шарт.

Полилингваль белем усаҡтары, кванториумдар, предуниверсарийҙар. Был мәғариф тармағындағы яңы терминдар ғына түгел, улар тотош белем биреү тармағына яңыса ҡараш талап итә. Әммә ул эшмәкәрлекте тотош яңыса ҡороу тигәнде аңлатмай. Бай тәжрибәгә таянып, заманса алымдарҙы ҡулланып ҡына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Заман мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдына ла яңы бурыстар ҡуя. Хәҙер педагогтарға балаларҙы яратыу, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыу ғына етмәй, улар заман технологияларын да үҙләштерергә, алдынғы эш тәжрибәләрен дә әүҙем ҡулланырға тейеш. Шунһыҙ әлеге быуын балаларында белем биреү процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ