Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, Башҡортостанда киҫкен респиратор ауырыуҙар йоҡтороу кимәле ярты процентҡа кәмегән. Стационар ярҙам 310 кешегә талап ителгән, ҡалғандар амбулатор шарттарҙа дауалана. Грипҡа ҡаршы вакцинация ла дауам итә. Коронавирусҡа килгәндә, бөгөнгә медицина учреждениеларында йөҙҙән ашыу пациент дауалау курсы үтә. Табиптар сирҙән һаҡланыр өсөн ҡулдарҙы йыуыу, битлек кейеү, социаль дистанция һаҡлау кеүек ябай ҡағиҙәләр тураһында онотмаҫҡа саҡыра.



