Әбйәлил районында «Йәйғор» әҙәби ойошмаһының 50 йыллығын билдәләнеләр

Әбйәлил районында Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге «Йәйғор» әҙәби ойошмаһының 50 йыллығын билдәләнеләр. Асҡар ауылының «Рәсүлиә» мәсетендә аят, доға-сүрәләр уҡылғандан һуң, осрашыу район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ярты быуатлыҡ юбилей Баймаҡтан «Йәнгүҙәй», Учалынан «Ҡаурый ҡәләм», Магнитогорскиҙан «Аҡ ҡауырһын» берекмәләрендә шөғөлләнгән, шулай уҡ Йылайырҙан һәм Сибайҙан ижадташ дуҫтарҙы бергә йыйҙы.

Осрашыуҙа «Йәйғор» ойошмаһы ағзалары нәфис һүҙ менән сығыш яһаһа, йыр-бейеү оҫталары концерт программаһы ла һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ярты быуатлыҡ тарихы булған «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары шиғырҙарын айырым китап итеп баҫтырыуға, йыр ижад итеүгә лә ирешкән. Бөгөн уларҙың ижад емештәре республика ваҡытлы матбуғатында ла даими донъя кңреп тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ