Уны Рәсәй Паралимпия комитеты ойоштора. Турнир 16-19 октябрҙә "Рәсәй - спорт державаһы" форумы барышында үтә. Ветерандар волейбол, армрестлинг, пауэрлифтинг, өҫтәл теннисы, уҡ атыуҙа ярыша. Рәсәй паралимпия комитеты генераль секретары Андрей Строкин белдереүенсә, Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бирелә.




