Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яйлап тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу мөһим. Был ябай эш түгел. Һалдаттарҙы ғәҙәти йәшәйеккә күнектереү өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк, ти хәрби психолог Виктория Голобородова. Һәм яугир өсөн айырым реабилитация программаһы төҙөлә, ти Хәрби хәрәкәттәр инвлидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.
Әлфит Ниғмәтйәнов шулай уҡ хәрбиҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡларға ярҙам итә. Ҡабул итеүгә алдан яҙылырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 8(347)226-78-28.




