Бының өсөн ике йылда республика ҡаҙнаһынан 57 миллион һум тотоноу ҡарала. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, ошо турала закон ҡабул ителгәндән һуң бөтә эттәр мотлаҡ теркәлергә тейеш була. Тәүге ике йылда чип беркетеү өсөн аҡса алынмай. Киләсәктә эттәрҙе теркәү өсөн түләргә кәрәк була. Чипта эт һәм уның хужаһы тураһында мәғлүмәттәр яҙыла. Республикала законға төҙәтмәләр әҙерләнгән.




