Донъяның билдәле ғалимдары Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Ҡунаҡтарға Өфө фән һәм технологиялар университеты хеҙмәткәрҙәре эшләгән поляр балҡыш һәм планетаның башҡа геофизик күренештәрен фаразлау мөмкинлеге биргән виртуаль модель күрһәтелде. Унда шулай уҡ Ер шарының төньяғын һәм төньяҡ боҙло океанды өйрәнеү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.



