Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң, сираттағы күп ҡатлы йорт ихатаһы файҙаланыуға тапшырылды

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә төҙөкләндерелгәндән һуң, сираттағы күп ҡатлы йорт ихатаһы файҙаланыуға тапшырылды. Тантаналы шарттарҙа үткән сара олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы. 80-се йылдар башында туғыҙ ҡатлы йорт сафҡа ингәндән алып биләмәпә ремонт эштәре уҙғарылмаған. Мәсьәлә тик быйыл «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында хәл ителә. Һөҙөмтәлә, ҡала ихатаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.

Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем Өфөлә «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында күп фатирлы 33 йортто үҙ эсенә алған тиҫтәләп ихата биләмәһе файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Дөйөм алғанда, быйыл программаға 143 ихата индерелгән. Улар берҙәм проект буйынса тәртипкә килтерелә. Асфальт ҡатламы яңыртыла, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына. Шулай уҡ эргә-тирәне йәшелләндереү кеүек эштәр ҙә ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект 2019 йылдан республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла. Һәм киләсәктә ауылдарҙа ла эшләй башлар тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ