Интеллектуаль транспорт системаһы. Өфө юлдарында йыл аҙағына тиклем 70 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ. Күҙәтеү системаһы тығындар һәм транспорт ағымы менән бәйле хәлде Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәгенә еткерә. Оператив мониторинг юл-транспорт ваҡиғаларын күҙ уңында тотоп юлдағы хәлде контролдә тоторға ярҙам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфө юлдарында - яңы видеокамералар. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» миили проекты буйынса баш ҡаланың байтаҡ урамдарында мониторинг алып барыу күҙаллана. Машиналар ағымынан шаулап торған урамдарға айырыуса иғтибар йүнәлтелә. Әле эшселәр Чернышевский һәм Цурюпа урамдары киҫелешендә яңы система көйләп ҡуйҙы. Йыл аҙағына тиклем 70 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыу ҡаралған.
Өфө юлдарында ҡасан, нисә машина, ниндәй тиҙлектә хәрәкәт иткәнен тикшергән программа сигнал буйынса светофор эшенә ярҙам итә. Тығындар булдырмаҫ өсөн юлдағы хәл автоматлаштырылған рәүештә күҙәтелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәге «интеллектуаль транспорт системаһы» алымы буйынса эшләй. «Аҡыллы» программа талап ителгән ваҡытта светофорҙың ҡыҙыл утын оҙағыраҡ тоторға, эвакуация йәки ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәндә юлда йәшел коридор булдырырға мөмкинлек бирә.
Видеокүҙәтеү системаһын көйләү өсөн федераль бюджеттан миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Ҡоролмалар Зәки Вәлиди, Карл Маркс урамдары юлдарына ла тоташтырыласаҡ. Яңы система Өфө юлдарында тығындарҙы кәметеп, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген нығытыуға йүнәлтелгән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаларын арттырыу, иҫкәртеү рейдтары, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ошондай башҡа саралар кеше ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн уҙғарыла.
Флорида Ким



