Өфөнөң Галле урамында күмәк транспорт ҡатнашлығында авария теркәлде

Өфөнөң Галле урамында күмәк транспорт ҡатнашлығында авария теркәлде

Дәүләт автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, «НефАЗ» водителе «Башавтотранс» предприятиеһы базаһынан сығып барғанда юл ситендә торған 13 автомобилгә бәрелә. Уларҙың береһендә балалар ҙа була. Бәхеткә күрә, автобус водителенән башҡа бер кем дә зыян күрмәй. Руль артындағы иргә медицина ярҙамы талап ителә. Ул дауаханаға эләккән.

«Башавтотранс» предприятияһынан аңлатыуҙарынса, авария алдынан автобустың автомат тапшырыу ҡумтаһы штаттан тыш режимда эшләй. Электрониканың сафтан сығыуы һөҙөмтәһендә транспорт сараһы ҡапыл тиҙлек йыя. Водитель тормозға баҫһа ла транспортты туҡтата алмай. Салонда пассажирҙар булмаған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ