Йәй һауа торошо ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, уңыш ҡыуандыра. Техник культураны республиканың 19 районы үҫтерә. Ҡаҙыу менән бергә аграрийҙар техник тәьминәтте байытыуға ла иғтибар бүлә. Ғафури районының «Восход СТ» аграр предприятиеһы «Грим» шәкәр сөгөлдөрө комбайнын һынай. Иң һуңғы версиялы техника әле яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.
Был сөгөлдөр комбайны түгел, әйтерһең, йыһан карабы. Кабина эсендә бөтә система автоматлаштырылған. Компьютер менән генә идара иткән комбайнёр ҙа водитель түгел, ә оператор тип атала. Техника хатта, уңыш күләмен дә иҫәпләй.
Датчиктар сафтан сыҡҡан осраҡта ла, системаны ҡул менән идара итеүгә күсергә мөмкин. Немец комбайнын хужалыҡ лизингыға алған. Уның хатта, батҡаҡлы баҫыуҙы ҡаҙырға ла ҡеүәте етә. Мөнир Ғәлиев шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙа беренсе миҙгел ҡатнаша. Тик яңы техникаға тиҙ арала өйрәнә. Бөгөнгә 250 гектар баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙылған.
Ҡайһы бер татлы тамырҙың ауырлығы хатта бер килограмдан аша. Уңыш күләме лә ҡыуандыра: гектар ҡеүәте 600 центнер. Элекке йылдарҙағы күрһәткәстәр менән сағыштырғанда, был рекордлы күләм. Ғөмүмән, райондың башҡа хужалыҡтарында ла яҡшы һөҙөмтәләр күҙәтелә.
Башҡортостанда иһә шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу миҙгеле экваторҙы уҙған. Техник культураның тулайым йыйымы 1 миллион ярым тонна тәшкил итә. Ҙур күләмдәр арҡаһында республика шәкәр заводтары татлы тамыр уңышын эшкәртеп өлгөрмәй. Шуға улар әле баҫыуҙарҙа һаҡлана, эшкәртеүгә сират көтә.
Рәзилә Ғилметдинова



