Өфөлә һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм уҡытыусылар тәбрикләнде

Һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр һәм юғары дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Педагогтарҙы Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин тәбрикләне.

Һәр уңышлы етәксе, билдәле шәхес, бөйөк әҙип артында ябай уҡытыусы тора. Тап уҡытыусы ярҙамында кеше йыһанға оса, һыу аҫтына төшә һәм фәнни асыштар яһай. Йәшәйеште уларҙың хеҙмәтенән тыш күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Ил ниндәй генә ҡеүәтле, хәрби ҡорал менән һаҡланған булмаһын, уҡытыусы булмай тороп уның киләсәге юҡ, тине педагогтарҙы тәбрикләк Илдар Мәүлетбирҙин. Тармаҡ ведомствоһы етәксеһе әйтеүенсә, йәш быуын аңы өсөн көрәш барған осорҙа уҡытыусыларҙың абруйы айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән республика ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Имтихандарҙа юғары балдарға өлгәшеүселәр, халыҡ-ара олимпиадалар призерҙары артыуы ошоға дәлил.

Йөҙ балл йыйыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл улар 152 -гә етте. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм был күренеш һис шикһеҙ уҡытыусылар уңышы. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы ла ҙур уңыш. Беҙ унда еңеүселәр күплеге буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге исемлегендәбеҙ. Химия мәктәбе лә беҙҙең ғорурлыҡ. Беҙ республиканы был өлкәлә тотош донъяға таныттыҡ.

Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы

Башҡортостан һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһенә бығаса булмаған күләмдә федераль аҡсалар йәлеп итә. Федераль программаларҙа еңеп сығыу һөҙөмтәһендә республикала белем биреү системаһы, инфраструктура камиллаша. Ләкин артабан да уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу буйынса ҡануниәт нигеҙендә эшләйһе эштәр байтаҡ, тине Лилиә Ғүмәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ