Сарала эпидемиологик хәл, вакцинациялау менән бәйле һорауҙар тикшерелде. Донъяла әленән-әле теге йәки был сир менән бәйле эпидемиялар, пандемиялар булып тора.
Йоғошло сирҙәр менән көрәшеүҙең иң һөҙөмтәле юлы - вакцинация. Әммә әлеге заманда прививканан баш тартып үҙен һәм яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуйыусылар ҙа юҡ түгел. Ә йоғошло сирҙәр кеше ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Конференцияла ҡатнашыусы табиптар әйтеүенсә, халыҡ араһында вакцинацияның әһәмиәте тураһында аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ. Әлеге препараттар элеккеләрҙән айырыла, уларҙың организмға зарары юҡ кимәлендә. Прививкалар хәҙер тере вирустан түгел, өлөшсәләрҙән яһала. Шул уҡ ваҡытта бер вакцина 4-5 йоғошло сиргә ҡаршы тора ала.



