Мәскәүҙә Башҡортостан хәрби табиптарына дәүләт наградалары тапшырылды

Мәскәүҙә Башҡортостан хәрби табиптарына дәүләт наградалары тапшырылды

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәрби медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп, аҡ халатлыларҙың һөнәри яуаплығын, ҡыйыулығын, изгелеген билдәләне. Бүләкләнеүсе 50 белгес ҡыҙыу нөктәләрҙә, махсус хәрби операцияла кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу эшендә бай тәжрибә туплаған. Сығышы менән Башҡортостандан булған хәрби медицина хеҙмәткәрҙәре араһында дауалау учреждение етәкселәре, табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа белгестәр бар. Улар республика яугирҙарына госпиталдәрҙә реабилитация, дауалау үтеү өсөн ҙур ярҙам күрһәтә, алғы һыҙыҡта кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ