«Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Өфө районы Шамонин ауылына слетҡа йыйылды

«Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Өфө районы Шамонин ауылына слетҡа йыйылды

Сарала республиканың 30 районынан 51 ауыл вәкилдәре ҡатнашты. Слет сиктәрендә конкурсты ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы ла үтте. Эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса төп темалар һәм тәҡдимдәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Сәхнәлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсының гимны яңғырай, ә майҙан буйлап еңеүселәр парады үтә. 2019 йылда башланған проект хәҙер Башҡортостандың йөҙөн билдәләгән брендҡа әүерелгән. 5 йыл эсендә муницпаль этапта 300-гә яҡын, ә республика кимәлендә 51 ауыл-ҡасаба еңеү яулаған. Финалистар бөгөн бер майҙанға йыйылды.

Еңеүселәр слетында яңы проект - «Сәләмәтлек һуҡмағы» старт алды. Өлкәндәр 6 километр ярымға, балалар 1 километрға йүгерә. Был проект осраҡлы түгел, спорт айыҡ тормоштоң бер сағылышы.

Мәргән уҡсылар ярышы һәр байрамдың биҙәге. Уғатарҙар бер «Айыҡ ауыл» конкурсынан да ситтә ҡалмай. Үҙҙәренең тормош рәүеше менән айыҡлыҡты пропагандалай.

2024 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсы Стратегик башланғыстар агентлығының «Иң көслө мең идеяһы» исемлегенә индерелгән. Йәғни, сара федераль кимәлдә танылыу тапҡан. Һәм был осраҡлы түгел. Ауылдар конкурс аҡсаһына йөҙгә яҡын объект төҙөгән, уларҙың төп өлөшө балалар, спорт майҙансыҡтары, йәмәғәт биләмәләре һәм башҡа уңайлыҡтар. Бергә яуланған еңеү берҙәм эштәргә нигеҙ һала.

Еңеүселәрҙең бөтәһен дә уртаҡ маҡсат берләштерә. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар тыуған төйәгенең, халыҡтың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәй. Еңеү-сертификат яулау ғына түгел, ул-берҙәмлек өлгөһө, ти ҡатнашыусылар.

Ойоштороу комитеты ултырышында һүҙ эшмәкәрлекте камиллаштырыу тураһында барҙы. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы еңеүсе ауыл вәкилдәре грантҡа дәғүәт иткәндә өҫтөнлөк бирергә ниәтләй, ә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Хәстрлек поезы» проектының финалист ауылдарға барасағын белдерҙе. Уның буйынса социаль өлкә белгестәре райондарға сығып проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Айыҡ ауыл ябай ғына конкурс түгел, уның нигеҙендә халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, айыҡ тормошто пропагандалау, спиртлы эсемлектәр, тәмәке тартыуҙы тыйыу, йәмәғәтселектең менталитетын үҙгәртеш кеүек маҡсаттар ята. Сөнки беҙҙең тормоштағы күп проблемалар ғаиләләр тарҡалыуы, ғаиләләге йәберләү күренештәре, сабыйҙарҙың етем ҡалыуы, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары тап эскелек менән бәйле. Ошо проект тиҫтәләрсә ауыл халҡының йәшәйешенә ыңғай үҙгәрештәр индергән икән, конкурс үҙ маҡсатына өлгәште тип әйтергә мөмкин. Ә айыҡ ҡарашлы төбәктең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ныҡлы һәм ышаныслы.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ