Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде

Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде

Башҡортостанда бөгөн йәнә бер ауыл аҙан тауышына күмелде. Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде. Иман йортон асыу тантанаһы ауылдаштарҙы ғына түгел, республика район-ҡалаларынан бик күп кешеләрҙе бергә йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Иҫке Турбаҫлы ауылы мәсете асылыуы хөрмәтенә һүҙ тәүгеләрҙән үҫеп килеүсе быуынға бирелде. Үҫмер егет халыҡты Изге Ҡөрьәндән аят-сүрәләр уҡып сәләмләне. Артабан сығышты баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин доға менән нығытып ҡуйҙы.

Мәсет 13 йыл дауамында урындағы халыҡ көсө һәм айырым бағыусылар ярҙамында төҙөлә. Бөгөн уларҙың тырышлығы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты тарафынан билдәләнде. Рөстәм Рәхимов иман йортон асыу идеяһын башлап ебәреүселәрҙең береһе. Изге ниәтте бер һүҙҙән башҡалар ҙа күтәреп алған.

Изге эштән Афған һуғышы ветерандары ла ситтә ҡалманы. Төрлө йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашҡан замандаштар бөгөн дә рухташтарын тәбрикләү өсөн махсус килгән. Улар фекеренсә илһөйәрлек традицион дини тәрбиә менән йәнәш бара.

Иман йорто тантаналы шарттарҙа асылғандан һуң халыҡ тәүге йәмәғәт намаҙына баҫты. Унан һуң, диндарҙар илгә тыныслыҡ, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына рухи ныҡлыҡ теләп изге доғаларын ҡылды.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ