Республикала йыл башынан 9 миллиард һумға 1 мең 900 техника һатып алынған. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, трактор, комбайн, сәскес һәм ер эшкәртеү машиналары килтерелгән. 2030 йылға тиклем хужалыҡтарға 3 мең трактор, 1 мең ярым самаһы комбайн һатып алыу ҡарала.




