Шанхай ҡалаһында кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһе үтте. Унда Көньяҡ Корея, Япония, Малайзия, Индонезия, Һиндостан, Ҡытай, Монголия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар булды. Рәсәй исеменән Салауат ҡалаһынан Луиза Эршокова сығыш яһаны. Луизаға 34 йәш, 9 йәшлек ул тәрбиәләй.




