Был учреждениены төҙөү тураһында Республика башлығы 2018 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа иғлан иткәйне. Күләмле проект тормошҡа ашырылды, үҙәк 26 мең квадрат метрға яҡын майҙанды үҙ эсенә ала, бында көн һайын 250 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационар, 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урын алған. Объектты сафҡа индереүгә 2 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән. Яңы комплекстың мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Инвалид коляскаһындағы алып барыусы ҡыҙ Айгөл Ибраһимова, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. 2018 йылда әсәһе Гөлшат Ибраһимова Республика башлығы менән осрашыуҙа реабилитация мәсьәләһен күтәргәндә Айгөл мәктәп уҡыусыһы ине. Ул ваҡытта Радий Хәбиров проблеманы төптән аңлап Республика реабилитация үҙәген асырға тәҡдим итте.
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, заманса, яҡты, иркен бина әҙер. «Салют» республика балалар реабилитация үҙәге физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы ҡабул итә башлай, ул йылына 7 мең пациентты хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Үҙәккә ихтыяж ҙур, республикала физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың һаны 20 меңдән ашыу.
Физик мөмкинлеге сикләнгән балалар үҙәк стационарында дауалау курсы үтә, шул уҡ ваҡытта уҡыу процесынан айырылымай. Йәғни, республика ҡала-райондарынан килгән пациенттар ошонда уҡ дауалана, уҡый. Белем усағы махсус программаға таянып эшләй, һәр кабинет заманса талаптар буйынса йыһазландырылған.
Физик мөмкинлеге сикләнгән балалар тураһында һүҙ барғанда бассейндың, махсус тренажерҙарҙың, массаждың файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙе лә ошо исемлеккә индерергә мөмкин. Мәҫәлән, балсыҡтар көршәктәр әүәләү иғтибарҙы тупларға ярҙам итә, моториканы камиллаштыра, ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтерә.
Радий Хәбиров үҙәктә уҡыу кластарын, ижади түңәрәктәр кабинеттарын, спорт залын һәм ашхананы ҡараны. Табиптар, педагогтар, ата-әсәләр менән аралашты.
Ата-әсәләрҙең Республика башлығына рәхмәте сикһеҙ. Был үҙәктең әһәмиәтен һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел. Физик мөмкинлеге сикләнгән баланы аяҡҡа баҫтырыуҙың ауырлығын үҙ иңенә төшкәндәр генә белә. Миңһылыу Юнысова балаһын уҡытыу, дауалау өсөн Баймаҡтан Өфөгә күсеп килгән.
Ата-әсәләр менән осрашыуҙа һүҙ үҙәктең эшмәкәрлеген камиллаштырыу, сертификаттарҙы ҡулланыу тураһында барҙы. Радий Хәбиров «Салют» базаһы нигеҙендә юғары һәм һөнәри уҡыу йорттарның методик үҙәген ойошторорға ҡушты. Башҡорт дәүләт медицина университеты бында бер кафедраның филиалын асырға ниәтләй.
«Салют» Волга буйы федераль округындағы иң ҙур балалар реабилитация үҙәге. Киләсәктә ул федераль кимәлдәге берҙәм методик һәм фәнни үҙәккә әйләнер тип көтөлә. Сөнки был проект ысынлап та, иғтибарға лайыҡ. Ул физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән һәр ата-әсә өсөн оло терәк, таяныс, өмөт һәм ышаныс утрауы.
Рәмзиә Кәримова



