Радий Хәбиров Башҡортостанда халыҡтың миграция артыуын билдәләне

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Башҡортостанда халыҡтың миграция артыуын билдәләне. Быйыл ете айҙа үҫеш 2 мең 14 кеше тәшкил иткән.

Республикаға кешәләрҙең күсеп килеүе бик яҡшы. Был йәмғиәттең һәм төбәктең иҡтисади торошоноң ҡеүәтле күрһәткестәренең береһе, тине республика етәксеһе. Кешеләр ситкә киткә китә тигән күп йыллыҡ тренд үҙгәрә, был йәһәттән күрелгән даими саралар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Статистиканан күрененеүенсә, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында быйыл халыҡтың миграция артыуы, Башҡортостандан тыш, тағы ла ике субъектта ғына теркәлгән. Татарстанда ул 3 мең 716 һәм Удмурт республикаһында 578. Дөйөм алғанда, федераль округта 3 мең 667 кешегә миграция кәмеүе күҙәтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ