Башҡортостандың дүрт фермеры «Агротуризм» программаһы буйынса федераль грант аласаҡ

Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итте. Грант конкурсы шарттары буйынса унда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе эшҡыуарлыҡ субъекттары көс һынай ала. Бәйгелә үҙ проекты менән Борай районынан Русалина Шакирова ла ҡатнашып, 10 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Йәш эшҡыуар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Балыҡтарҙы сс көнгә бер тотоп һатыуға сығаралар. Хужалыҡта башлыса һаҙан, бағыр үрсетелә. Ауырлыҡтары төрлөсә - өстән алып ете килограмға тиклем. Бының өсөн улар яҡшы ашатылырға ла тейеш. Аҙыҡты ла йәлләмәйҙәр. Көн һайын 12 гектар быуа ярҙарына 500 килограмм бойҙай һибәләр.

Балыҡсылыҡ эше менән Шакировтар ғаиләһе «Агростартап» грантын еңеп 2020 йылда шөғөлләнә башлай. Биләмәнең иң матур урынында хужалыҡ етәксеһе Русалина Шакирова туристар өсөн йорт төҙөмәксе. Ошо маҡсатта ул «Агротуризм» программаһында икенсе йыл рәттән көс һынашып ҡарай. Ниһайәт, быйыл федераль грант алыусылар исемлегенә ингән.

Федераль программала ҡатнашыу өсөн Русалина Шакирова ярты йыл тирәһе әҙерләнә. Тәүҙә уҡыуҙар үтә, ғаиләһе менән бергә бизнес проект төҙөй, видеояҙма төшөрөп хужалыҡта булған төҙөлөштәр менән таныштыра. Әйткәндәй, әле биләмәлә булған ике йорттан туристар өҙөлмәй. Улар өсөн балыҡ ҡармаҡлау, уны бешереү кеүек төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолоп тора.

Русалина Шакированан тыш, Башҡортостандан тағы өс фермер «Агротуризм» программаһы буйынса грантҡа эйә була Еңеүселәр Шишмә, Ғафури һәм Баймаҡ райондарында үҙ идеяларын тормошҡа ашырмаҡсы. Дөйөм алғанда республика вәкилдәре 36 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. 2023 йылда был сумма 23 миллион һум тирәһе тәшкил иткәйне, ул саҡта ла дүрт проект еңеү яулағайны.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ