Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң, бер төркөм яугирҙар кире хәрби хеҙмәт урынына юлланды. Ғәҙәттәгесә, уларға Өфөнән Донбассҡа тиклем дәүләт тарафынан автобус бүленгәйне. «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанында үткән оҙатыу тантанаһында сығыш яһаусылар уларҙың иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Үҙҙәре менән яугирҙар йылы әйбер, аҙыҡ-түлек. хәрби кәрәк-яраҡтар алған.



