Өфөлә «Формалашып барған күп полярлы донъяла Рәсәй; киләсәк тураһында уйланыу» конференцияһы үтә

Өфөлә «Формалашып барған күп полярлы донъяла Рәсәй: киләсәк тураһында уйланыу» тип исемләнгән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Күләмле сара Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы секретариаты ярҙамында уҙғарыла. Көнүҙәк мәсьәлә булараҡ 2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй үҫешендә милли маҡсаттарға ирешеү, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе яңыса булдырыу, яҡтар өсөн хәүефһеҙ, тигеҙ хоҡуҡлы, отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереү, террорға ҡаршы, законһыҙ миграция менән көрәш мәсьәләләре сығарылды. Сара сиктәрендә башҡарма власть органдары менән берлектә «Күп полярлы донъя ҡоролошо: социаль-консерватив ҡараш» темаһына пленар ултырыш үтте.

Яңы донъяға күсеү буйынса барған глобаль процесстар тураһында һөйләшеп, ҡыҙыу дискуссия алып барабыҙ. Бер кем дә уның ниндәй булыуын белмәй, әммә шуныһы асыҡ - бер полярлы донъя юҡҡа сыға. Был һөйләшеү бик мөһим, төрлө илдәрҙән белгестәр беҙҙең менән бәйләнештә, йәмәғәт фекерен өйрәнеү, тикшеренеү эштәрен алып барыу мәсьәләләрен ҡарайбыҙ. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселегенә форумды юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәтлебеҙ.

Юрий Шувалов, Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһының аналитика хеҙмәте етәксеһе

Беҙҙеңсә, күп полярлы донъя - хәүефһеҙлек, уңайлыҡ һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Тап был йүнәлеш бөгөнгө заманға тура килә. Рәсәй был процестың башында ғына. Ил президентының күп полярлы донъя үҫеше системаһы формалашыуын билдәләүе оло әһәмиәткә эйә, беҙ ошо йүнәлештә барырға тейешбеҙ.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы

Конференция сиктәрендә бөгөнгө шарттарҙа инвестиция һәм кредит сәйәсәте, финанс институттарҙың тәҡдимдәре, юғары ставкаларға бәйле фекер алышыу ҙа булды. Шулай уҡ төрлө өлкә белгестәре «Евразия биләмәһенең тотороҡло үҫешен формалаштырыуҙа халыҡ-ара кимәлдәге тәбиғи һәм мәҙәни мираҫ объекттары» темаһына секцияла ҡатнашты.

Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар Өфөнөң Ботаника баҡсаһында рододендрон даурский үҫентеһен ултыртыуҙа ла ҡатнашты. Был ҡыуаҡлыҡ тормош ныҡлығы һәм әүҙемлек символы һанала. Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең 20 йыллығына арналған экологик акцияла Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған сара ойоштороусылары ҡатнашып, союздаш дәүләттәрҙә ағас ултыртыу кеүек ошондай изге башланғыстар дауам итәсәк тине.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ