Өфөлә «Бөтә ғаилә менән һайлауға!» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Ике тиҫтәнән ашыу кеше «Родина» кинотеатрына йыйылды. Улар ғаилә менән Сочи ҡалаһына һәм «Красноусол» шифаханаһына юллама, телевизорҙар һәм башҡа көнкүреш техникаһы отто. Шулай уҡ башҡа тематик конкурстарҙа ла еңеүселәр билдәләнде. «Рәхмәт, Башҡортостан!» бәйгеһендә 5 ғаилә еңеү яуланы. Быйыл республикала 450-нән ашыу кеше супер приздарға эйә булды.

Шулай уҡ илһөйәрлекте үҫтереүгә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән активистар билдәләнде. Тантаналы шарттарҙа еңеүселәргә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары һәм республика йәмәғәт палатаһының почет грамоталары тапшырылды. Сара «Һыу формулаһы» йәнһүрәтен һәм «Ожмах - әсәләрҙең аяҡ аҫтында» фильмын ҡарау менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ