Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында 660 етешһеҙлек асыҡланған

Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты 100-гә яҡын иҫкәртеү яһаған. "Ҡара исемлек"кә Әбйәлил, Федоровка, Хәйбулла, Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондары инә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ошо турала белдерҙе.

Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында 660 етешһеҙлек асыҡланған

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты. Ирина Голованова белдереүенсә, республикалағы 63 муниципалитетта йылытыу миҙгеле башланған. 47 район һәм ҡалала йорттарға йылы бирелгән, 16-һында был эш иртәгә тамамлана. Хакимиәт башлыҡтары мәсьәләне шәхси контролдә тоторға тейеш.

Фото №1 - Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында 660 етешһеҙлек асыҡланған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ